Йәнтөйәк
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Март 2018, 13:41

Борай ҡыҙы гармунсы Алһыу Нуриханова Ҡазандан III урын алып ҡайтты!

Алһыу Нуриханова Борай 3-сө мәктәбендә IX класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул китап уҡырға, йырларға ярата, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Саратов гармунында беренсе көйөн сығарғанда уға алты йәш була. Хәҙер инде оҫта итеп тальянда ла уйнай. Күптән түгел Ҡазанда үткән Фән Вәлиәхмәтов исемендәге татар йырын башҡарыусыларҙың “Үзем уйныйм, үзем жырлыйм” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашты ул.

Борай районының Ҡарабай ауылы бик матур урында урынлашҡан. Ауылға терәлеп тиерлек Өйә йылғаһы аға, яҡында ғына урман. Был яҡтың болон- ҡырҙары ғына түгел, кешеләре лә гүзәл. Күркәм холоҡло, илһөйәр, эшһөйәр ҡарабайҙарға Тәбиғәт-Әсә төрлө һәләттәрҙе лә ҡыҙғанмаған. Бирелә йыр-моң һөймәгәндәр юҡтыр. Һәр икенсе кеше гармунсы, тип әйтһәк, һис яңылыш булмаҫ.
Фәнәүис Дәүләтхановтың, уның әсәһе Ғилмийыян әбейҙең үҙенсәлекле итеп Саратов гармунында уйнағанын күптәр хәтерләйҙер әле. Уларҙың оҫталығы, йыр-моң һөйөүе балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә күскән. Илдан, Илнур һәм Алһыу — быуындан-быуынға күсеп килеүсе күркәм традицияларҙы дауам итеүселәр.
Алһыу Нуриханова Борай 3-сө мәктәбендә IX класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Ул китап уҡырға, йырларға ярата, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Саратов гармунында беренсе көйөн сығарғанда уға алты йәш була. Хәҙер инде оҫта итеп тальянда ла уйнай. Күптән түгел Ҡазанда үткән Фән Вәлиәхмәтов исемендәге татар йырын башҡарыусыларҙың “Үзем уйныйм, үзем жырлыйм” Бөтә Рәсәй бәйгеһендә өсөнсө тапҡыр ҡатнашты ул. Алһыуҙың атаһы Илдан Нуриханов, Ҡайынлыҡ ауылынан Владислав Мөфтиев бәйгенең финалсылары булды.
Быйылғы конкурста Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш, Мордовия республикаларынан, Мәскәү ҡалаһынан — илебеҙҙең төрлө төбәктәренән гармунсылар ҡатнашты. Ниндәй генә сихри көйҙәр яңғыраманы ла, ниндәй генә матур йырҙар йырланманы ул көндө!
Бәйгене ойоштороусы Фән Вәлиәхмәтов, Фәнир Ғәлимов был тамашанан бик ҡәнәғәт ҡалды, сараның көткәндән дә матурыраҡ үтеүен билдәләне.
“Борай районынан Алһыу исемле ҡыҙҙың Саратов гармунында уйнап, матур итеп йырлауы бигерәк тә күңелемә хуш килде. Уны күргәс, беҙҙе дауам итерлек йәштәр бар икән әле, тип һөйөндөм”, — тине әңгәмә ваҡытында Фән Ғауис улы. Был әлбиттә юғары баһа.
Алһыу Нуриханова бәйгелә гармунда уйнап, “Яратам”, “Су буйлап” йырҙарын башҡарып, III урын яулап, лауреат исеменә лайыҡ булды. Жюри ҙа, тамашасылар ҙа ҡыҙҙың сығышын һоҡланып тыңланы. Ә “Ак барс” йәштәр үҙәге сәхнәһендә уны яҡташы, татар эстрадаһының легендаһы Хәмдүнә Тимерғәлиева үҙе ҡотланы.
Ҡазандан, бәйгенән Алһыу матур тәьҫораттар алып ҡайтты. “Ҡунаҡсыл ҡазандарға, сараны ойоштороусы Фән ағай Вәлиәхмәтовҡа, Фәнир ағай Ғәлимовҡа, Марат ағай Шәриповҡа ҙур рәхмәт! Барыһына ла ижади уңыштар, сәләмтлек теләйем!” — ти гармунсы ҡыҙ.
Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: