Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
6 Март 2018, 13:58

Асҡын районының оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары 8 Март байрамы уңайынан матур сарала ҡатнашты

Кисә район Мәҙәниәт йорто фойеһында 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған матур сара үтте. Районыбыҙҙың оҫта ҡуллы килендәре, апайҙары ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторҙо.

Кисә район Мәҙәниәт йорто фойеһында 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған матур сара үтте. Районыбыҙҙың оҫта ҡуллы килендәре, апайҙары ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторҙо. Байрамға килеүселәр егерменән ашыу оҫтаның ырғаҡ һәм энә менән бәйләгән, сәйләндән үргән, йөндән баҫҡан, сиккән әйберҙәрен күреп һоҡланды. Бында шулай уҡ балаҫ һуғыу, канзаши техникаһы, ағасҡа биҙәк төшөрөү, оригами, керамика һәм башҡа материалдан мозаика, туҡыманан ҡурсаҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Торттар бешереү һәм буҙа эшләү, дарыу үләндәре буйынса файҙалы кәңәштәр менән дә бүлеште уңғандар. Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары көсө менән әҙерләнгән концерт номерҙары ла тамашасылар күңеленә хуш килде.
Сулпан Ғилметдинова.
Марат Юнысов фотолары.
Читайте нас: