Винария Кашапова йөндән кейеҙ баҫыуҙың бер нисә ысулын үҙләштергән. Ул күргәҙмәлә кейеҙҙән бейәләй, бирсәткә, шарвтар, башмаҡтар кеүек әйберҙәр генә түгел, ә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәүестәр ҙә яһап булыуын иҫбатланы. Балалар ижады үҙәге педагогы уҡыусыларының эштәрен — уйынсыҡ хайуандарын да алып килгәйне.