Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
5 Март 2018, 13:56

Асҡын гармунсылары Ҡазандан еңеү менән ҡайтты!

Ҡазанда Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов исемендәге «Үзем уйныйм, үзем жырлыйм!» III Бөтә Рәсәй татар йырын башҡарыусылар бәйгеһе үтте. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәренән үҙҙәре гармунда уйнап, моңло итеп йырлаған һәләтле бәйгеселәр йыйылды. Мәртәбәле жюри ағзалары барлығы 69 сығышты баһаланы.

Конкурста районыбыҙҙан апалы-һеңлеле Рәзинә Фәйзуллина, Сабирә Ғилманшина, Рәсимә Нурмөхәмәтова, шулай уҡ Нәжип Ғелметдинов, Рауил Шәйхетдинов ҡатнашты. Рәзинә Фәйзуллина II урынға сығып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Башҡалар — бәйгенең дипломанты. Райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: