Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Февраль 2018, 11:48

Мишкә районы егете Айрат Шәйхәлиев армиянан ҡайтып, электромонтажсы булып эш башлай

Мишкә районы Уръяҙы ауылынан Айрат Шәйхәлиев Өфө дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Мишкә районы Уръяҙы ауылынан Айрат Шәйхәлиев Өфө дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хәрби хеҙмәттең мөһимлеген аңлаған егет диплом алғас, оҙаҡ та тормай армияға китә. Ул Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинск ҡалаһында хеҙмәт итә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтып, электромонтажсы булып эшләй башлай. Әлеге ваҡытта Ҡазан ҡалаһында йылылыҡ энергияһы станцияһы төҙөлөшөндә командировкала. Айрат һәр егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә тейеш, тип иҫәпләй.
Читайте нас: