Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Февраль 2018, 11:39

Балтас районы егете Илназ Тәҡиуллин хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән

Илназ Тәҡиуллин — Балтас районы Юғары Ҡарыш ауылы егете. Данлы Батырша йәшәгән урамда тыуып-үҫкән, ҡанат нығытҡан ул.

Илназ Тәҡиуллин — Балтас районы Юғары Ҡарыш ауылы егете. Данлы Батырша йәшәгән урамда тыуып-үҫкән, ҡанат нығытҡан ул.
Юғары Ҡарыш мәктәбендә уҡығанда төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, волейболсылар командаһы составында еңеүҙәр яулап, сынығып үҫкән егеттең РФ Ҡораллы көстәре сафында десантсы булып хеҙмәт итеүенә һис тә ғәжәпләнәһе түгел. Ул үҙен был ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итергә кесе йәштән әҙерләй.
Ауылдың абруйлы нәҫеленән булған өлгөлө ғаиләләрҙең береһе — Гөлшат һәм Илфат Тәҡиуллиндар ҡыҙҙары Алһыу менән бергәләп Илназды армияға 2016 йылдың көҙөндә оҙатҡан. Егет Новосибирск ҡалаһында «учебка»ла булғандан һуң хеҙмәтен Мәскәү эргәһендәге частарҙың береһендә — Юғары разведка идаралығы етәкселегендәге махсус билдәләнештәге отрядта үтә.
Ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп, уҙған көҙҙә тыуған яғына ҡайтҡан Илназ бөгөн Нефтекама машина төҙөү колледжында уҡыуын дауам итә.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: