Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Февраль 2018, 12:04

Бөрө егете Радмир Закиров армиянан ҡайтып, юрист һөнәрен үҙләштерә

Бөрө егете Радмир Закиров Брянск өлкәһенең Почеп ҡалаһында ракета һәм артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әле ул БДУ-ның Бөрө филиалындағы юридик факультетта уҡыуын дауам итә, бер үк ваҡытта Бөрө полицияһында эшләп тә йөрөй.

Бөрө егете Радмир Закиров Брянск өлкәһенең Почеп ҡалаһында ракета һәм артиллерия ғәскәрендә хеҙмәт итеп ҡайтты. Әле ул БДУ-ның Бөрө филиалындағы юридик факультетта уҡыуын дауам итә, бер үк ваҡытта Бөрө полицияһында эшләп тә йөрөй. Тыуған илде һаҡлау, туғандарҙың именлеген ҡайғыртыу ир-егет иңендә булыуы Закировтарҙың ғаиләһендә бәләкәйҙән һалынған. Сөнки атаһы Илгиз Миңлеәғзәм улы ике йыл Афған һуғышының утлы яуы эсендә йөрөгән. Ил алдында биргән антын намыҫ менән үтәгән кеше булараҡ, улдарына өлгө булып тора. “Армия ир-егеттәрҙе сыныҡтыра, тормошҡа ҡарашты үҙгәртә, күп нәмәгә икенсе күҙ менән ҡарай башлайһың. Шуға күрә һәр егет Ватан алдындағы изге бурысты, һис шикһеҙ, үтәргә тейеш”, – ти Радмир Закиров.
Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: