Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Февраль 2018, 11:29

Асҡын егете Динар Ғимранов Ырымбурҙа хеҙмәт итә

Асҡын ауылы егете Динар Ғимранов армияға Нефтекама ҡалаһында машина төҙөү колледжын тамамлағандан һуң алына.

Асҡын ауылы егете Динар Ғимранов армияға Нефтекама ҡалаһында машина төҙөү колледжын тамамлағандан һуң алына. «Бер йыл хеҙмәт итеү оҙаҡ тойолманы. Яңы ғына тулҡынлана-тулҡынлана һалдат шинеле кейгәйнем, бына ҡайтып та еттем. Тыуған ил алдындағы бурысымды Башҡортостандан йыраҡ түгел — Ырымбур ҡалаһында элемтәсе булып үтәнем. Бөгөн берәй егет армияға барыу-бармау тураһында кәңәш һораһа, мин уға армияның ысынлап та тормош мәктәбе икәнлеге тураһында һөйләр инем. Бында тормошто яҡшыраҡ аңлай башлайһың, сабырлыҡҡа өйрәнәһең. Хәрби бурысыңды үтәмәү өсөн мең сәбәп эҙләгәнсе, тыныс күңел менән йәшәүгә ни етә?! Ата-әсәйеңдең, туғандарыңдың һине донъялағы иң батыр, иң көслө кешеләй күреп, хөрмәтләп ҡаршы алғандағы кисерештәрҙе бер нәмә менән дә сағыштырып булмай. Ҡәҙерлеләребеҙҙең күҙҙәрендә тик шатлыҡ йәштәре генә күрәйек тиһәк, һәр ир-егет хәрби белемле булырға тейеш. Әммә уны тормошта ҡулланырға яҙмаһын», — ти Динар.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: