Борай 1-се балалар баҡсаһының уртансы төркөмөндә Ғаилә йылына бағышланған спорт һәм күңел асыу сараһы үтте. Ул ғаиләне спортҡа йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолдо. Билаловтар, Талиповтар, Нурғәлиевтар балалары менән бергә етеҙлек, өлгөрлөк, ҡыйыулыҡ талап ителгән уйындарҙа ярышты. Бөтә һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, Билаловтар ғаиләһе еңеүсе тип билдәләнде. Спорт байрамы барышында күмәк гимнастика яһау ҙа үткәрелде.
И. Сәмиғуллина, Л.Шакирова, тәрбиәселәр.