— Киләһе йылдың ғинуар айынан медецина-генетика үҙәге эшләй башлай. Ул нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеү өсөн иртә ДНК-диагностикалау уҙғарыу мөмкинлеге бирә. Ундайҙар Рәсәй Федерацияһында күп түгел, – тине төбәк етәксеһе. – Республикабыҙҙа ошондай ҡатмарлы, теүәл ғилми, тикшереү үҙәктәре эшен юғары кимәлдә ойоштора алған белемле кешеләр бар, әлбиттә. Генетика, нәҫел анализы аша медицинабыҙҙы бөтөнләй икенсе кимәлгә сығара алабыҙ. Был эште, һис шикһеҙ, башҡарырбыҙ. Былар барыһы ла осһоҙ тормай, әммә был йәһәттән аҡса йәлләргә ярамай.
Рөстәм Хәмитов, республикала бала табыу йорттары һәм бүлектәре, балалар поликлиникалары төҙөлә, тип билдәләне. Улар бөтәһе лә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Мәҫәлән, былтыр яңы Республика перинаталь үҙәге асылды, унда 2 600-ҙән күберәк сабый донъяға килде.