Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
24 Ноябрь 2017, 12:14

Мәскәүҙә лә һынатманы

Ләйсән Муллағәлиева “Уҡытыусы-оҫта” номинацияһында еңде Мәскәүҙә туған телдәр, шул иҫәптән, рус теле уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй оҫталыҡ дәресе конкурсы тамамланды. Рәсәй Федераль мәғарифты үҫтереү институты базаһында өс көн дауам иткән бәйгелә Башҡор­тостандан Борай 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017» төбәк-ара бәйгеһе еңеүсеһе Ләйсән Ришат ҡыҙы Муллағәлиева ҡатнашты.

Бәйге киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыу­сыларҙы билдәләү, мәғариф өлкәһендә яңы идеяларҙы, алдынғы педагогик тәжрибәне таратыу, уҡытыусы һөнәренең дәрәжәһен күтәреү, Рәсәй Федерацияһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының туған телен һаҡлау, төбәктәрҙең иң яҡшы уҡытыусыларын асыҡлау һәм туған тел уҡытыусыларының абруйын үҫтереү маҡсатында ойошторола. Илдең төрлө төбәгенән барлығы 143 уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдереп, материалдарын һала. Шуларҙың 73-өнә ситтән тороп бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Мәскәүгә иң көслө һәм тәжрибәле 43 уҡытыусы килә.
Бәйгеселәр өс һынау үтә: оҫталыҡ дәресе, күргәҙмә ойоштороу һәм “Подиумда милли кейем”. Оҫталыҡ дәресендә дәресеңдең 10 минутлыҡ бер өлөшөнә аңлатма бирергә кәрәк була: ни өсөн ошо ысулдар һайланған, ниндәй технологиялар, ниндәй маҡсаттар күҙ уңында тотолған? Күргәҙмәлә үҙеңдең мәҡәләләрең, сығыштарың, фәнни-методик эштәрең күрһәтелергә тейеш.Өсөнсө һынауҙа милли кейем кейеп, матур итеп йөрөп күрһәтеү генә түгел, уның бөтә элементтарын аңлатып, тарихын да белеү мотлаҡ. Бында инде ижад өсөн мөмкинлектәр етерлек. Кемдер йыр менән башлай, кемдер — бейеүҙән, кемдер видеотаҫма әҙерләй...
— Бәйгенән бай тәьҫораттар алып ҡайттым. Күҙ алдына килтерегеҙ: төрлө милли кейемдә ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙы! Сәскәле яланға тиңләне беҙҙе жюри ағзалары. Ниндәй генә төҫтәр, ниндәй генә биҙәктәр юҡ ине унда! Сараны ойоштороп үткәреүселәр ҙә, жюри ағзалары ла беҙгә йылы мөнәсәбәттә булды, — тип тәьҫораттары менән бүлеште Ләйсән Ришат ҡыҙы. — Илебеҙҙең баш ҡалаһын күрергә лә өлгөрҙөк. Барған көндө Карелия ҡыҙҙары менән Кремлде, Ҡыҙыл майҙанды ҡараныҡ. Ҡайтыр көндө Останкино телебашняһын, ВДНХ-ны ҡарап һоҡландыҡ. Конкурсҡа әҙерләнергә һәм барып ҡайтырға ярҙам итеүсе гимназия коллективына, мәғариф бүлегенә, район хакимиәте башлығына, БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институтына сикһеҙ рәхмәттәремде еткерәм. Бындай мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыу миңә тәжрибә өҫтәне. Үҙеңдең көсөңдө һынап ҡарарға, етешмәгән яҡтарыңды белеп, улар өҫтөндә эшләргә мөмкинлек бирә, артабан да ҡанатланып, рухланып эшләргә, ижад итергә көс-дәрт, илһам өҫтәй.
Балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләүсе, республикабыҙ, районыбыҙ данын яҡлап Бөтә Рәсәй конкурсында лайыҡлы сығыш яһап ҡайтҡан оло йөрәкле уҡытыусы Ләйсән Ришат ҡыҙына алдағы йылдарҙа ла уңыштар юлдаш булһын.
Марсилә Шәрипова.

Читайте нас: