Республиканың иң сағыу йыр-моң бәйгеләренең береһе булған «Гәлсәр һандуғас» эстрада йыры фестивале бик күп йәш ижадсыларға, йырсыларға сәнғәт донъяһына юл асты. Быйылғы фестивалдә республиканан 250 һәүәҫкәр башҡарыусы ҡатнашырға теләк белдергән булған. Шуларҙың 60-ы ғына һайлап алынған. Өс турҙы ла уңышлы үтеп, финалға сығыусы 11 йырсы араһында Балтас егете Ридаль Ғәскәров та бар.
Ридаль Балтас районы Штәнде ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалына уҡырға инә. Ҡыҙыҡһыныусан, яңылыҡҡа ынтылыусы егет бөгөн тарих факультетында өсөнсө курста белем ала. Яҡшы уҡыуы менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашыусы Ридаль Бөрө ҡалаһының театр һәм музыка студияһында шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. «Йырларға, сәхнә оҫталығына өйрәтеүсе уҡытыусыларыма, бигерәк тә Неля Фәүзетдиноваға рәхмәтлемен», — ти һәләтле егет.
Ридаль бәләкәйҙән сәнғәткә тартыла, йырларға ярата, төрлө музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына. Әсәһе, Алия Мотаһар ҡыҙы, улының һәләтен күреп, уны артабан да үҫтереү өсөн бар көсөн һала. Ридаль мәктәптә уҡыған ваҡытта район үҙәгендә урынлашҡан сәнғәт мәктәбенә йөрөп, Гөлназ Рәхимйәнова етәкселегендә баян класында уҡый, Рая Хамаевала вокал дәрестәрен ала. Беренсе тапҡыр сәхнәгә ете йәшендә сығып, баянда уйнай. VIII класта уҡығанда «Танып тамсылары» район конкурсында еңеп, Мишкә районында төбәк бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ була. Үҫмер егеттең был тәүге оло еңеүе була. «Бәләкәйҙән башҡорт-татар йырҙарын тыңлап үҫтем. БСТ каналынан «Гәлсәр һандуғас» тапшырыуын көтөп алып ҡарай торғайным. Быйыл ошо бәйгелә ҡатнашыуым — бала саҡтан килгән хыялым. Финалға сығыуыма бик шатмын. Миңә ышанған, минең өсөн тауыш биргән ата-әсәйемә, туғандарыма, уҡытыусыларыма, яҡындарыма рәхмәтлемен. Һис шикһеҙ, уларҙың ышанысын аҡлармын», — ти йәш йырсы.
Ридаль Ғәскәров үҙен киләсәктә тарихсы итеп күрә. Шул уҡ ваҡытта сәнғәттән дә айырылырға уйламай. Вокал серҙәренә артабан да төшөнөп, белемен камиллаштырып, киләсәккә матур пландар ҡороп йәшәй буласаҡ тарихсы.