Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
17 Октябрь 2017, 18:34

Эх, һылыу ҙа үҙҙәре!

9 октябрҙә Бөрө ҡалаһында БДУ-ның тамаша залында ете ҡыҙ уңғанлыҡта, матурлыҡта, тапҡырлыҡта һынау тотто. Факультеттар, колледж ҡыҙҙары араһында үткәрелгән “Һылыуҡай” гүзәллек бәйгеһе быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.

9 октябрҙә Бөрө ҡалаһында БДУ-ның тамаша залында ете ҡыҙ уңғанлыҡта, матурлыҡта, тапҡырлыҡта һынау тотто. Факультеттар, колледж ҡыҙҙары араһында үткәрелгән “Һылыуҡай” гүзәллек бәйгеһе быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторолдо.
Байрамды IV курс студенткаһы Айһылыу Шәрипова “Тыуған яҡ” йыры менән асты. Конкурсанттар иһә һынауҙы башҡорт телендә визитка менән башлап ебәрҙе. Бигерәк тә колледж һылыуҡайы Мөбәрәкова Алһыуҙың сығышы барыһын да әсир итте. Ҡыҙҙар башҡорт милли кейемдәрендә дефиле күрһәтте, ижади номерҙар менән сығыш яһаны. Кемдер шиғыр һөйләүгә, йыр-бейеүгә маһирлығын танытты. Филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетынан Ынйы Ҡаламова иһә Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Конкурста ҡыҙҙарҙың һылыулығы, уңғанлығы ғына баһаланманы, уларҙың белемдәре лә тикшерелде.
Конкурстың ҡыҙыҡлы өлөшө булып “Изгелек өләшеүсе йөрәк” мәрхәмәтлек акцияһы булды. Бәйге шарттары буйынса һәр ҡыҙ ниндәй ҙә булһа мәрхәмәтлек акцияһы булдырып, йә берәй акция менән берлектә изге эш башҡарып, шул турала тамашасыларҙы таныштырырға тейеш ине. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың күңелен күтәргән физика-математика факультеты һылыуҡайы Лилиә Васфиеваның эше айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Башҡорт аш-һыуы араһынан Гүзәл Сабированың сәк-сәге иң тәмлеһе тип табылды. Ә ҡыҙҙарҙың бал күлдәктәрендә сығыуы иһә һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уятты.
Шулай итеп, социаль-гуманитар факультеттан Элина Нәбиуллина – “Мисс фантазия”, физика-математика факультетынан Лилиә Васфиева – “Иң аҡыллы һылыуҡай”, инженер һәм технология факультетынан Гүзәл Сабирова “Иң тәмле бешереүсе”, педагогия факультетынан Гүзәл Закирова “Стилле һылыуҡай”, биология һәм химия факультетынан Яҙгөл Йәнбирҙина “Мисс эрудиция”, филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетынан Ынйы Ҡаламова “Иң талантлы һылыуҡай” титулдарын яуланы. Конкурсанттар онотолмаҫлыҡ күркәм тамаша бүләк итте, үҙҙәренең һылыу ғына түгел, ә уңған, һәләтле, белемле булыуҙарын да иҫбатланы.
Таңсулпан Ибраһимова.
Читайте нас: