Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Сентябрь 2017, 12:05

Тәрбиәсенең уң ҡулы

Донъяла һәр кем өсөн иң ҡәҙерлеһе — бала.

Донъяла һәр кем өсөн иң ҡәҙерлеһе — бала. Шуға сабыйыбыҙ балалар баҡсаһында иң изге, иң йомшаҡ ҡулдарға эләкһен, тип теләйбеҙ. Бында тәрбиәсенең генә түгел, уның ярҙамсыһының да ниндәй булыуы мөһим. Сөнки ул да көнө буйы балалар менән мәж килеп, шәхес булып үҫешеүендә ҙур роль уйнай.
Асҡын ауылы «Күк сәскә» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе ярҙамсыһы Айгөл Шакированы изге күңелле, хәстәрлекле, уңған, сабыр булғаны өсөн хөрмәт итәләр. Ул бирелә тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Тәүҙә һөнәре буйынса ашнаҡсы булып ваҡытлыса урынлаша. Яуаплы, тырыш Айгөлгә һуңынан да бирелә эш табылып тора. Ә һуңғы биш йылда тәрбиәсе ярҙамсыһы.
— Бурысым тәрбиә һәм белем биреү процесын ойоштороуҙа тәрбиәсегә ярҙам итеүҙән, балаларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн яуап биреүҙән ғибәрәт. Шуға беҙҙең арала аңлашылмаусанлыҡтар булырға тейеш түгел. Был яҡтан коллективыбыҙ ныҡ татыу. Тәжрибәле тәрбиәсе Рәмидә Әхмәт ҡыҙы менән эшләүе еңел. Рәлифә Рәиф ҡыҙы, Эльмира Мәрүән ҡыҙы тураһында ла тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Эшемде яратып башҡарам. Балаларҙы яратмау мөмкинме ни? Улар ихлас, шаян, эскерһеҙ. Әлбиттә, яңы килгәндәр араһында көйһөҙөрәктәре, кирерәктәре лә була, бәләкәйҙәр башта әсәйҙәрен һағынып илай. Ундай осраҡта инде бала күңеленә юл табыу өсөн бөтә тырышлығыңды, оҫталығыңды һалаһың. Баланың коллективҡа, үҙеңә өйрәнеп китеүе, йылмайып ҡаршы килеүе — ҙур ҡыуаныс. Бирелә йылы, матур, яҡты. Бары тик бөтә ерҙе таҙа тоторға ғына кәрәк. Ваҡытында һөртөп, уйынсыҡтарҙы йыуып тороу бактерияларҙың үрсеүенә юл ҡуймай. Һәр сабыйҙы үҙ балаңдай яратҡас, эшем биҙҙермәй. Киреһенсә, күңел биреп башҡарам», — ти бөхтәлеге, хәстәрлеге менән етәкселек тарафынан да тик яҡшы һүҙҙәргә генә лайыҡ Айгөл.
Айгөл Шакирова үҙе лә ике бала әсәһе. Ҡыҙы Ләйсән Ҡазанда юғары уҡыу йортонда белем ала. Ә Айҙар VI класс уҡыусыһы. Айгөл үҙ балаларына ниндәй изге теләктә булһа, башҡаларҙың ғәзиздәренә лә шундай уҡ саф теләктә булыуы тураһында һөйләй.
Автор фотоһы.

Читайте нас: