Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Сентябрь 2017, 14:47

Тәүгеләрҙән булып «Йәнтөйәк»кә яҙылды

Асҡын ауылында йәшәгән гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Гөлфинә Үҙәнбаева 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәнтөйәк»кә яҙылды ла инде.

Асҡын ауылында йәшәгән гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Гөлфинә Үҙәнбаева 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәнтөйәк»кә яҙылды ла инде.
— «Йәнтөйәк»һеҙ торғаным юҡ. Ул сыға башлағандан бирле алдырып уҡыйым. Татар телендәге «Ышаныч» гәзитенә яҙылып, икеһенең дә квитанцияларын редакцияға тапшырып, «Ике гәзиткә яҙыл да бүләк от» акцияһында бүләк тә отҡаным булды. Башҡорт телендәге гәзит алты районға сыҡһа ла, теләп яҙылам. Ул республика, райондар яңылыҡтары менән таныштырып тора, айырыуса уңған һәм татыу ғаиләләр, оҫта ҡуллы кешеләр, үҙ эшен асҡан йүнселдәр тураһындағы мәҡәләләр минең өсөн ҡыҙыҡ. Һәр райондың арҙаҡлы шәхестәре тураһында мәҡәләләр баҫылыуы ла бик яҡшы. Туған телебеҙҙә донъя күргән баҫмаға яҙылып, үҙебеҙҙең илһөйәрлегебеҙҙе, берҙәмлегебеҙҙе күрһәтәйек, — тип барыһын да «Йәнтөйәк» гәзитенә яҙылырға саҡырҙы Гөлфинә Фәсхетдин ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу башланды. Һеҙ «Йәнтөйәк» төбәк гәзитенә бер йылға — 705 һум 7 тингә, ә алты айға 398 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: