Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
11 Сентябрь 2017, 13:03

Афарин, солтанбәктәр! Артабан да бергә булайыҡ!

Асҡын районының Солтанбәк мәктәбе уҡытыусылары йыл да район гәзиттәренә коллектив менән яҙылып, үҙҙәренең берҙәмлеген, илһөйәр булыуын күрһәтә.

Асҡын районының Солтанбәк мәктәбе уҡытыусылары йыл да район гәзиттәренә коллектив менән яҙылып, үҙҙәренең берҙәмлеген, илһөйәр булыуын күрһәтә.
“Йәнтөйәк” төбәк гәзите сыға башлағас, солтанбәктәр беренселәрҙән булып баҫмабыҙға коллектив менән яҙылып, дуҫлыҡ ептәрен нығытты. Мәктәп директоры Рәүзәт Шәүкәт улы Насртдиновҡа һәм ул етәкләгән ижади ҡарашлы коллективҡа хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Тыуған ергә, уның бай тарихына, мәҙәниәтенә, туған телгә һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар милләтебеҙҙе рухи яҡтан берләштергән, туплаған, күрше райондарҙың яңылыҡтары менән дә таныштырып торған “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә яҙылып, үҙ халҡының, тыуған еренең, теленең ысын патриоты, һаҡсыһы һәм яҡлаусыһы икәнлеген күрһәтер, тип ышанабыҙ!
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылға “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә бер йылға — 705 һум 7 тингә, алты айға 398 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ!
Читайте нас: