Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
8 Сентябрь 2017, 16:51

Яңы көс-дәрт менән матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын башланылар

Был бүлексәне 24 йыл Зилара Йәнтүрәева етәкләй. Уның ҡул аҫтында 15 йыл хат ташыусы булып эшләүсе Инзирә Слободина ла был өлкәлә тәжрибә туплаған.

Был бүлексәне 24 йыл Зилара Йәнтүрәева етәкләй. Уның ҡул аҫтында 15 йыл хат ташыусы булып эшләүсе Инзирә Слободина ла был өлкәлә тәжрибә туплаған.
Почта бүлексәһендә гәзит-журналдарға яҙылыуҙан тыш, газ, ут, телефон өсөн түләүҙәр ҡабул ителә. Бында шулай уҡ посылка ебәрергә, һалым түләргә, кеҫә телефонына аҡса һалырға, төрлө китап-журналдар һәм башҡа көндәлек тауарҙар һатып алырға ла була.
— Бирелә изге күңелле, асыҡ сырайлы ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Улар һәр кемде иғтибар менән тыңлап, ярҙам итә. Инзирә Әүхәт ҡыҙы гәзит-журналдар ташый, пенсия ла килтереп бирә, электр уты өсөн түләүҙе лә ала, — тип йылы һүҙҙәр генә әйтте мәғариф ветераны Рәсимә Мофазалова.
— Эшем оҡшай, — ти хат ташыусы Инзирә Әүхәт ҡыҙы. — Мин бында үҫтем, барыһын да беләм. Һәр йортта тиерлек район гәзитен алдыралар. Күптәр башҡорт телендә донъя күргән “Йәнтөйәк” төбәк гәзитенә лә яҙылды. Хаҡлы ялдағылар мине көтөп тора, һәр береһе менән һөйләшергә, аралашырға кәрәк. Яңылыҡтар менән дә ҡыҙыҡһыналар. Почтала булған тауарҙарҙы ла тәҡдим итәм, был да күпмелер ваҡытты ала.
Ауыл халҡы почта хеҙмәткәрҙәре эшенән ҡәнәғәт, йылы һүҙҙәр менән генә телгә ала. Беҙ ҙә уларға уңыштар һәм 2018 йылға гәзит-журналдарға яҙҙырыу кампанияһын һөҙөмтәле итеп үткәреүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: