Булат менән Артур — Иҫке Балтас ауылы егеттәре. Улар йәштәштәр, икеһе лә Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбен тамамлаған. Булат көмөш миҙалға лайыҡ була. Ул Ҡазан федераль университетында юрист һөнәрен үҙләштергән. Уссурийск тарафтарында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, июлдә генә ҡайтҡан.
Артур быйыл Өфө дәүләт нефть-техник университетын тамамлаған. Егеттәр студент йылдарынан Эльбрус тауын яуларға хыяллана. Быйыл хыялдары тормошҡа аша. Улар үҙҙәренең уй-кисерештәре, тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
— Беҙ әүҙем тормош яҡлы. Мәктәп йылдарынан уҡ спорт менән шөғөлләндек. Быға ҡәҙәр ике тапҡыр Ирәмәл тауына күтәрелдек, Белорет районында урынлашҡан Айғыр тауына ла мендек. Күп тапҡырҙар парашюттан һикерҙек, 42, 21 километр йыраҡлыҡта йүгереүҙә көс һынаштыҡ. Спорт, альпинизм менән шөғөлләнергә теләге булған, әммә быға баҙнат итмәгәндәргә беҙ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Бына ошо аҙымыбыҙ менән йәштәргә ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәһендәр, сәләмәт йәшәү рәүешен алып барһындар, тип әйтке килә. Хыялдарығыҙҙан баш тартмағыҙ, тырышҡанда улар тормошҡа аша. Камиллашығыҙ. Күңелегеҙгә хуш килгән эште, шөғөлдө табығыҙ. Көс-дәртегеҙҙе яҡшылыҡҡа йүнәлтегеҙ. Тауға менеү еңел булманы, бер аҙна дауамында күтәрелдек. Эльбруста һауа торошо ярты сәғәт һайын үҙгәрә, буран, ел. 26 кешенең 17-һе генә был бейеклеккә күтәрелә алды. Рюкзакта Балтас районы флагы булыуы беҙгә тағы ла яуаплылыҡ өҫтәне, көс бирҙе. Изге ниәттәр ярҙамында ошо маҡсатыбыҙға ирештек, — тине егеттәр.