Өфөлә “Байыҡ” республика телевизион конкурсының II туры үтте. Унда Ҡариҙел районы “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең өлкәндәр төркөмө лә уңышлы сығыш яһай.
Төрлө йәштәге һәм төрлө өлкәләрҙә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында “Унлар байығы” бейеүен жюри ағзалары юғары баһалай. Улар башҡарыусыларҙың һәм бейеү ҡуйыусының юғары оҫталығын, костюмдарҙың тура килеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала.”Йәшлек”тәр һөҙөмтәлә 50 балл йыйып, Гала-концертта сығыш яһау хоҡуғына эйә була.
— Ҡариҙел бейеүселәренән башҡа беҙҙең конкурсты күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, сөнки улар — бәйгенең биҙәге, йәме, яңы һулыш һәм күтәренке рух, дәрт өләшеүсеһе. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова етәкләгән коллектив һәр йылды йондоҙ булып балҡып, көслө алҡыштарға күмелә, — ти проекттың авторы, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рита Өмөтбаева.
“Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын!
З.Зарипова.