Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
18 Август 2017, 12:39

“Табын-фест” фестивалендә

Архангел районының Инйәр йылғаһы буйындағы Көҙгөлө шарлауығы ҡаршыһында урынлашҡан “Инйәр” турбазаһында башҡорт йәштәренең тәүге фестивале – “Табын-фест” үтте.

Архангел районының Инйәр йылғаһы буйындағы Көҙгөлө шарлауығы ҡаршыһында урынлашҡан “Инйәр” турбазаһында башҡорт йәштәренең тәүге фестивале – “Табын-фест” үтте.

Йәштәрҙә илһөйәрлек рухы, туған телгә һәм тарихҡа ҡарата иғтибар һәм ихтирам сифаттары тәрбиәләү, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы онотмау һәм артабан дауам итеү – ошо сараның төп маҡсаттарының береһе булды. Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Экология йылына арналған форумды “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы идараһы ойошторҙо.

Табындар бөгөн 12 районда һәм биш өлкәлә йәшәй. Тәүге үткән фестивалдә Архангель, Ауырғазы, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Тәтешле, Дәүләкән, Салауат райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән йәштәр вәкилдәре үҙҙәрен төрлө йүнәлештә: проекттар ойоштороуҙа, спорт ярыштарында, йыр-бейеүҙә һынап ҡараны, бер-береһе менән танышып аралашты. Шулай уҡ тирмәләр, шәжәрәләр, көнкүреш әйберҙәре эшләү сәнғәте һәм халыҡ оҫталары әйберҙәренән торған райондарҙың күргәҙмә-йәрминкәләре буйынса конкурстар булды.

Районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге күрһәткән башҡорт костюмдары, Шамрат ауылында йәшәүсе Дәүләтйәновтар ғаиләһенең халыҡ кәсептәре әйберҙәре, шул уҡ ауылда йәшәүсе Сираевтарҙың шәжәрәһе жюри тарафынан юғары баһаланды.

Спортсыларыбыҙ ҙа һынатманы. Ҡариҙелдәр волейбол буйынса II урын алды. Апалы-һеңлеле шахматсылар Илзидә һәм Дилә Мостафиналар шәхси беренселектә I һәм II урындарҙы, дөйөм команда буйынса II урын яуланы. Гер күтәреүселәр ҙә айырылып торҙо: Данил Дәүләтшин — 70 кг-дан юғарыраҡ, Илшат Сабиров 65 кг-дан юғарыраҡ ауырлыҡ категорияларында еңде. Илнар Зөбәйеров — II урында.

Шәжәрәләр күргәҙмәһендә беҙҙең делегация II урынға лайыҡ булды. Фатима Дәүләтйәнова һәм Нияз Зөбәйеров ҡулланма сәнғәт әйберҙәрен бик оҫта итеп эшләгәндәре өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Регина Хәйҙәршина спорт бәйгеләрендә яҡшы күрһәткестәр, башҡорт халҡының милли традицияларын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Дөйөм йомғаҡлауҙа ҡариҙелдәр II урынға лайыҡ булды.

Артабан ошондай фестивалдәр һәр йыл һайын табындар көн иткән райондарҙа үтәсәк. Киләһе йылға “Табын – фест” фестивален үткәреү эстафетаһын Ҡырмыҫҡалы районы вәкилдәре ҡабул итеп алды.

Ю.Ғәлинурова.
Читайте нас: