Лондонда еңел атлетика буйынса донъя чемпионаты үтә. Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһының дисквалификацияһы сәбәпле битараф спортсы булараҡ сығыш яһаусы Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе — Бөрө егете Данил Лысенко көмөш миҙал яуланы.
Данил бейеклеккә һикереү өсөн секторҙа 2,32 метр билдәһен уҙҙы.
Катарҙан 2,35 бейеклекте яулаған Мутаз Эсса Баршим алтын алды. Көмөш миҙал Сүриәнән Маджед Газалдә (2,29 метр).