Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
27 Июль 2017, 16:58

Бейеүсе ҡыҙ Сулпан

Зифа буйлы был бейеүсе ҡыҙҙың бер йылмайып ҡарауы бар тамашасыны әсир итә. Ә инде сөм-ҡара сәсендәге талир тәңкәләрен сылтыратып, килешле баҫып бейергә төшөп китһә, үҙенә генә түгел, башҡарған бейеүенә лә башкөллө ғашиҡ булаһың. Был һылыу — Сулпан Кашанова.

Сулпан Иҫке Балтас 2-се урта мәктәбенең X класын тамамланы. Ул бәләкәйҙән бейергә ярата. Ете йәштән — “Зөлфиә” өлгөлө балалар, ә хәҙер ”Гүзәл” халыҡ бейеү ансамблдәрендә хореография серҙәренә өйрәнә. Бөгөн ул коллективы менән дә, шулай уҡ үҙе генә лә төрлө мәртәбәле конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай.
Сулпан Кашанова ”Талант ҡанаттарында” проекты сиктәрендә Өфөлә уҙған халыҡ-ара конкурс-фестивалендә яңғыҙ бейеүселәр араһында сығыш яһап, 2-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Һәләтле ҡыҙ унда ҡатнашыу өсөн ”Шаян ҡыҙ” башҡорт бейеүен өйрәнгән. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Йәмилә Бикбаева ҡуйған.
Гәзитебеҙҙең алдағы номерында яҙып үтеүебеҙсә, быйыл ”Гүзәл” ансамбле “Берег побед” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашып, 1-се дәрәжә лауреат исемен һәм ”Иң яҡшы костюмдар өсөн” номинацияһында еңеү яулағайны. Ә ансамбль солисткаһы Сулпан Кашанова яңғыҙ бейеүселәр араһында 1-се дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды һәм ”Бик оҫта” номинацияһында еңде. Ә күптән түгел Мәсетле районында ”Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале сиктәрендә үткәрелгән ”Һомай” костюмдар конкурсында һәләтле ҡыҙ йәнә тамашасылар күңелен яуланы. Ул юғары башҡарыу оҫталығы, башҡорт милли костюмын үҫтереү һәм һаҡлауға индергән өлөшө өсөн диплом менән бүләкләнде һәм ”Талир тәңкә” номинацияһы лауреаты булды.
Сулпандың киләсәккә маҡсаттары изге. Ул үҙен ҙур сәхнәлә ысын профессионал бейеүсе итеп күрә. Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль солисткаһы булырға ла хыяллана. Йәш бейеүсенең яҡты, өмөтлө киләсәгенә, һис шикһеҙ, ышанабыҙ. Һәләтле ҡыҙыбыҙ район бейеүселәре данын күтәреп, бөтә илгә таратыр һәм мәҙәниәт күгендә яҡты сулпан йондоҙо булып ҡалҡыр. Ижади уңыштар һиңә, Сулпан!

Читайте нас: