Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
14 Июль 2017, 11:53

"Бишле"ләр батшабикәһе

Оло Шаҙы ауылының Али Карнай исемендәге мәктәпте һигеҙ уҡыусының өсөһө миҙалға тамамланы. Шуларҙың береһе — Айназа Ғәлинурова. Мәктәпте тик "бишле"гә генә тамамлаусы ҡыҙҙың шөғөлдәре байтаҡ.

Оло Шаҙы ауылының Али Карнай исемендәге мәктәпте һигеҙ уҡыусының өсөһө миҙалға тамамланы. Шуларҙың береһе — Айназа Ғәлинурова. Мәктәпте тик "бишле"гә генә тамамлаусы ҡыҙҙың шөғөлдәре байтаҡ.
Айназаның “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булыуы уҡытыусылар коллективының тырыш хеҙмәте, үҙенең эшһөйәрлеге, маҡсатсанлығы, булдыҡлылығы тураһында һөйләй.
Финат Харас улы һәм Ынйы Миҙхәт ҡыҙы ғаиләһендә тәрбиәләнгән өс ҡыҙҙың береһе ул. Ата-әсә балаларына уңышҡа тик хеҙмәт һәм тырышлыҡ арҡаһында ғына өлгәшеп буласағын бәләкәйҙән аңлата. Улар ҡыҙҙарының һәләтен үҫтереүгә күп көс һала.
— Мәктәптә уҡыу миңә ныҡ оҡшай ине, — ти Айназа. — Белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Улар һәр ваҡыт беҙгә ҡарата изге күңелле һәм яғымлы булды. Һорауҙарыбыҙ килеп сыҡһа, сабыр ғына аңлатты. 11 йыл буйы белем алған мәктәбебеҙ менән һаубуллашыу моңһоу булды, ләкин беҙҙе алда яңы юлдар көтә. Минең техник юғары уҡыу йортонда белем алғым килә, булмышым шундалыр, тип уйлайым. Инглиз, ғәрәп, корея, немец телдәрен дә күптәндән өйрәнәм. Миңә был ҡыҙыҡ. Уҡырға, һүрәт эшләргә яратам, фотоға төшөрөү менән шөғөлләнәм. Юғары уҡыу йортонда уҡығанда ошо ҡыҙыҡһыныуҙарыма ла ваҡыт ҡалыр, тип өмөтләнәм. Барлыҡ сығарылыш уҡыусыларына ла маҡсаттарына ирешеүҙәрен, яңы асыштар һәм тоғро дуҫтар теләйем.
Читайте нас: