Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
12 Июль 2017, 12:01

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн

2010 йылдан башлап районда яңы традиция барлыҡҡа килде — тормош юлынан иңде-иңгә терәп татыулыҡта 25 йыл бергә атлаған, тәрбиәле, лайыҡлы балалар үҫтергән ғаилә парҙары “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Бындай хөрмәткә Галина һәм Николай Балахниндар (Байҡы ауылы), Валентина һәм Александр Нехорошихтар (Әртәкүл), Валентина һәм Анатолий Лепихиндар (Раздолье), Фрүлә һәм Рифхәт Хәйҙәровтар (Яҡуп), Людмила һәм Фәнәүи Сафиндар (Ҡараяр), Лүзә һәм Рифхәт Нәсибуллиндар (Кирзә) лайыҡ булды.

Күптән түгел был йәмәғәт наградаһын Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин Магинск ауылында йәшәүсе Эльвира һәм Рәмил Сәйетовтарға тапшырҙы.
Сәйетовтар майҙа бергә йәшәүҙәренең 36 йыллығын билдәләгән. Икеһе лә Магинск урта мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә бирә, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Рәмил Ғәйнан улы республикала иң яҡшы йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен уҡытыусы булараҡ таныла, оҙаҡ йылдар участка һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын башҡара. Эльвира Үзбәк ҡыҙы — мәктәп музейына нигеҙ һалыусы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Сәйетовтарҙың татыулыҡҡа, берҙәмлеккә нигеҙләнгән ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнеп үҫә. Улдары Марсель Өфө нефть институтын тамамлаған, Нижневартовск ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Элина авиация институтын тамамлаған, БДУ-ла бухгалтер булып эшләй. Өләсәй менән олатайҙы һөйөндөрөп өс ейән-ейәнсәр үҫеп килә.
Читайте нас: