Оҫта эшҡыуарҙар һәм сауҙа үҙәктәре булмаһа, ауыл ерендә йәшәүе ауырғараҡ тура килер ине. Шамрат ауылында “Фортуна” магазины үтемле тауарҙары, тәмле икмәге менән урындағы халыҡты һөйөндөрә. Бирелә үҙ эшенә яуаплы ҡараған һатыусы Әлфиә Шәйәхмәтова эшләй. Һатып алыусылар ҡәнәғәт булһын өсөн ул ихлас күңелдән тырыша.
– Иң мөһиме – һәр ингән кешегә яғымлы мөнәсәбәт, иғтибар кәрәк. Күптәр һайлап алыу мөмкинлегенең киң булыуынан да юғалып ҡала, ундай саҡта уға нимә кәрәклеген, теге йәки был әйберҙең килешеү-килешмәүен самалап, кәңәш бирергә лә тура килә. Шулай уҡ тауарҙың сифаты ла ҙур роль уйнай, – ти 20 йыл сауҙа өлкәһендә эшләүсе Әлфиә Мәүләүи ҡыҙы. — Тәмле ризыҡтар һәр ваҡыт кәрәк булған кекүек, район гәзиттәре лә минең өсөн ҡәҙерле. Алты районға сыҡҡан “Йәнтөйәк”кә лә ихлас яҙылам. Ҡыҙыҡһынып уҡып барам.
Әлфиә Шәйәхмәтова бар эшкә лә оҫта хужабикә. Улын үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырған хөрмәтле һәм хәстәрлекле әсә лә. Хәҙер инде ейәне өсөн яратҡан өләсәй ҙә булды.
Люция Карамова.
А.Рәхмәтуллин фотоһы.