Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
23 Июнь 2017, 17:01

Өләсәй васыятына тоғро ҡала

Илебеҙ тарихында ҙур эҙ ҡалдырған бөйөк полководец Александр Васильевич Суворовтың XVIII быуатта уҡ “Һәләк булған һуңғы яугир ерләнмәй тороп, һуғыш бөткәнгә һаналмай” тигән һүҙҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмай. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 72 йыл үтһә лә, һөйәктәре бер нисә ҡарыш ер ҡатламы аҫтында йыназаһыҙ ятҡан, урман-һаҙлыҡтарҙа аунаған, һаман да гүргә индерелмәгән һалдаттар бар. Ундайҙарҙы эҙләгән, һөлдәләрен туғандарына тапшырған махсус эҙләнеү отрядтарының булыуы ҡыуаныслы.

Борайҙа йәшәүсе Фирдәүес Мөхәмәҙиевтың быйыл Бөйөк Еңеү көнө алдынан олатаһы ерләнгән Воронеж өлкәһендәге туғандар ҡәберлегенә барып, ҡәҙерле кешеһенә таҡтаташ ҡуйыуы, туған тупраҡты һалып ҡайтыуы һәм, ошо сәбәпле, илдә йәнә бер билдәһеҙ һалдаттың исемле булыуы айырыуса ихтирамға лайыҡ. Хәйер, тарих шулай башлана...
Бәләкәйҙән Әминә өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән Фирдәүес олатаһы Шәрифулланың ҡатыны һәм биш балаһын етем итеп һуғыш яланында мәңгелеккә башын һалғанын белеп үҫә. Һуғышҡа киткәнсе төшкән берҙән-бер фотоһы ғаиләлә иң ҡәҙерле йәдкәр булып һаҡлана. Бер тапҡыр ҙа күрмәгән, әммә өләсәһе һөйләүе буйынса бик яратҡан олатаһы тураһында башҡа бер ниндәй ҙә иҫтәлек тә, мәғлүмәт тә булмай. Өләсәһе 1992 йылда ҡаты ауырыуҙан фани донъя менән хушлашҡанда Фирдәүескә бер үкенесе ҡалыуын — олатаһының зыяратын да күрә алмауын әйтә. “Олатайыңдың ҡәберен табырға тырыш, улым,” — тип әйтеп мәңгелеккә күҙҙәрен йомған өләсәһенең һүҙҙәре уның ҡолағында йылдар буйы сыңлап тора. 1995 йылда эске эштәр бүлегенә эшкә кергәс ( унда 21 йыл эшләп, майор дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға), хәрби комиссариатта эшләгән берәү уға “Хәтер китабы”нан эҙләй башларға кәңәш бирә. Әммә был китапта “Гайфуллин Шарифулла Гайфуллович, 1896 г.р., урож. Бураевского района, рядовой, погиб в 1944 г.” тигән яҙыуҙан башҡа бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай. Ҡайҙа үлгән? Ҡайҙа ерләнгән? Былар дөрөҫмө? Ошо һорауҙарға ул йылдар буйы яуап эҙләй. Эҙләгән — тапҡан, ти халыҡ мәҡәле. Өләсәһенең һуңғы һүҙҙәре һәм балаларының, ейәндәренең азат бала сағы, имен тормошо өсөн башын һалған яугир рухы алдында үҙен бурыслы һанаған Фирдәүес Фәнис улына Хоҙай үҙе ярҙамға килгәндер, бәлки. Эше буйынса паспорт өҫтәленә кергән ваҡытында миграция хеҙмәте начальнигына Бөйөк Ватан һуғышы осоронда хәбәрһеҙ юғалған бер яҡташыбыҙҙың туғандарын эҙләү тураһында “Высота” эҙләнеү отрядынан хат бирәләр. Шул хаттағы эҙләнеү отрядының адресын яҙып ала геройым. Улар менән бәйләнешкә инеп, байтаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң олатаһы эҙенә төшә. Ебәрелгән ҡағыҙҙарҙан Борай районының Сәйет-Көрйә ауылынан Шәрифулла Ғайфуллиндың 1944 йылда түгел, ә 1942 йылдың авгусында вафат булыуы, Воронеж өлкәһе Березовский районы (хәҙерге ваҡытта ул район Рамонский тип йөрөтөлә) Скляево ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ерләнеүе асыҡлана. Ул ҡәберлеккә барлығы 3497 кеше күмелгән. Шуларҙың 2126-һының исем-шәрифтәре яҙылған, ә 1371-е исемһеҙ. Был хат-хәбәрҙе алғас та Фирдәүес Фәнис улы юлға йыйына, әммә донъяуи сәбәптәр арҡаһында бара алмай ҡала. Олатаһы табылыуға теүәл бер йыл тигәндә, быйыл 7 майҙа, ул Скляево ауылына үҙе менән Сәйет-Көрйәләге тыуған йорто нигеҙенән бер ус тупраҡ алып, өләсәһе иҫтәлектәрен барлап, юлға сыға. 8 майҙа Воронеж өлкәһенең Рамонский районы Скляево ауылындағы туғандар ҡәберлеге янында үткәрелгән тантанала ҡатнаша. Ошо ҡәберлекте тәрбиәләп торған мәктәп уҡыусылары, туғандарын тапҡан кешеләр һәм байрам хөрмәтенә йыйылған хәрбиҙәр араһында йыраҡ Башҡортостандан килеп Шәрифулла олатаһы ҡәбере алдында честь биреп торған ирҙең күҙҙәрендә күренгән йәш бөртөктәрендә бөтә ил тарихы үҙе сағыла. Уның менән йәнәшә баҫып торған ирҙәр ҙә күҙ йәштәрен йәшермәй.
— Тыуған ауыл, тыуған нигеҙ тупрағын ҡәберлек өҫтөнә һипкәс, нисектер тынысланғандай булдым, — тип тулҡынландырғыс минуттарҙы иҫенә төшөрҙө Фирдәүес Фәнис улы. — Артымда торған ирҙәр ҙә иңдәренән ауыр бер йөк төшкәндәй еңел һулап ҡуйҙы. Олатайҙарыбыҙ ерләнгән ерҙә үҙебеҙҙе туғандарҙай хис иттек.
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда ул ҡуйынына бер ус тупраҡ алып һала. Ошо тупраҡты өләсәһе ерләнгән ауыл зыяратына илтеп һалып, Сәйет-Көрйәнең тағын бер улы — Шәрифулланы тыуған еренә алып ҡайта. Еңеүсе булып “ҡайтҡан” был мәңгелек һалдаттың рухы тыныстыр. Фирдәүес Мөхәмәҙиев кеүек өләсәй васыятына тоғро ҡалған, илһөйәр ирҙәр булғанда илебеҙ киләсәге өмөтлө.

Читайте нас: