Бөтә яңылыҡтар
Афарин!
22 Июнь 2017, 16:49

Балыҡсы ырыуы башҡорттары

Балыҡсы ырыуы башҡорттары нәҫел тамырҙарын барланы Ҡариҙел районында үткән республика Шәжәрә байрамында райондаштарыбыҙ ҙа ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.

Сарала 25 кешенән торған делегация составында Солтанбәктең “Ауылым моңдары” фольклор ансамбле, район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Балыҡсы ырыуына ҡараған Сарай Кинҙәшев нәҫеле вәкилдәре ҡатнашты. Улар махсус әҙерләнгән йортто биҙәп, уның алдындағы майҙансыҡта районыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын сағылдырған күргәҙмә әҙерләне. Асҡындан Винария Кашапованың — кейеҙҙән эшләнгән, Люция Ғимазованың бәйләгән ҡул эштәрен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.
Яҡташыбыҙ, 1736 йылғы Һөйәнтүҙ фажиғәһе шаһиты Сарай Кинҙәшев вариҫтары Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Әнзирә Ғәниева етәкселегендә төҙөгән шәжәрә үҙенең күләмле, фәнни нигеҙле булыуы, биҙәлеше менән айырылып торҙо. Унда 1453 йылғы Ноҡрат бейҙән алып бөгөн уның нәҫелен дауам итеүселәр индерелгән.
Быйыл беренселәй ойошторолған “Ғаиләм-ҡәлғәм” конкурсына райондаштарыбыҙ визитка, йола, бишек йыры, концерт номерҙары әҙерләп, үҙҙәренең йыр-моңға, халҡыбыҙ ижадын өйрәнеү буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте.

Читайте нас: