Линар менән Динар Балтас районы Һәйтәк ауылында тыуған. Уларҙың ҡайһыһы беренсе донъяға килгәнен егеттәр үҙҙәре лә белмәй, һәм был мөһим дә түгел. Ата-әсәләре менән апайҙары Светлана яҙмыштың бындай оло бүләгенә ныҡ шатлана. Малайҙар үҫкәндә үк теремек, һөйкөмлө булыуҙары менән барыһын да һоҡландыра, артислыҡ һәләте менән тиҫтерҙәренән айырылып тора.
Мәктәпте тамамлағандан һуң үҫмерҙәр БДУ-ның Бөрө филиалының инженер-технология факультетына уҡырға инә. Бында асыла ла инде уларҙың бар һәләте. Башта егеттәр актерлыҡ оҫталығы менән мауығып, “Өмөт” халыҡ театрына йөрөһә, һуңынан “Биряночка” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә башлай. Бының менән генә сикләнмәй тынғыһыҙ егеттәр. Халыҡ уйын ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнә. Линар — төрлө барабанда, ә Динар балалайкала һәм көснәлә (гусли) оҫта уйнай. Икеһе лә район, ҡала, республика фестивалдәрендә, смотр һәм концерттарҙа даими ҡатнаша.
— Беҙ атай-әсәйебеҙҙең ныҡлы иңен тоябыҙ. Йырға, бейеүгә һәләтле булыуыбыҙҙа уларҙың өлөшө ҙур, — тип һөйләй Динар. — Өйҙә һәр ваҡыт халыҡ йырҙары яңғырай ине. Әсәйебеҙ Роза Ҡәниф ҡыҙының тауышы моңло, матур. Ул утыҙ йылдан артыҡ мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылдарҙа музыка мәктәбе юҡ, ярай әле үҙешсән сәнғәт түңәрәктәре эшләй. Атай-әсәйебеҙ сәхнәлә сығыш яһауыбыҙға һәм түңәрәккә йөрөүебеҙгә бер ваҡыт та ҡаршы килмәне. Күреүегеҙсә, бының беҙгә тормошта кәрәге сыҡты.
Атайҙары Роберт Михтәт улы ижад кешеһе булмаһа ла, улдарын ысын ир-егет итеп тәрбиәләгән. Бәләкәйҙән үк хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫкән егеттәр бер эштән дә ҡурҡмай, уңыш өсөн бар тырышлығын һала. Булдыҡлы егеттәр өй ҙә төҙөр, хужалыҡ та тотор, ул да үҫтерер.