Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
27 Октябрь 2023, 10:05

Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!

Уларҙың һәр береһе ун кешегә торорлоҡ: йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғыр ҙа яҙа, тегә, бәйләй, сигә,  бешерә....

Наиля Имаева.  Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!Фото:Наиля Имаева.

Һәр ауылдың  йөҙөк ҡашы булып торған, ауыл халҡы тарафынан оло ихтирам-хөрмәткә лайыҡ шәхестәре бар.  Иҫке Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре  нәҡ шундайҙарҙан. Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова етәкләгән  “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ауылда ғына түгел, районда үткән сараларҙың да һәр саҡ уртаһында ҡайнай.   Улар ауыл китапханаһы эргәһендә эшләп килгән “Моңшишмә” шиғриәт һөйөүселәр һәм “Серле йомғаҡ” ҡул эше оҫталары клубтарында ла әүҙем шөғөлләнә.

Кисә Иҫке Ҡаҙансы күп функциялы ауыл клубында  “Йәшлек” гәзитенең “Изге һөнәрле ижадсы” проекты сиктәрендә  уҙған  сарала ла улар  үҙҙәренең береһенән-береһе матур  ҡул эштәренән күргәҙмә эшләгәйне.

Мәҫәлән, Алия апай Ҡыямова ырғаҡ менән бәйләгән  матур япмаларын, салфеткаларын күргәҙмәгә ҡуйғайны. Раушания апай Хәжиәкбәрова иһә  сағыу милли биҙәүестәр  тегә.  Уның төрлө биҙәкле ҡалпаҡтары, селтәрҙәре, түбәтәйҙәре милли рух, илһөйәрлек хистәрен уята. Розалия апай Ғайсина энә менән биҙәкләп,  төрлө йылы кейемдәр бәйләрәгә оҫта. Әжменисә апай  Фаһаманова иһә   күҙ яуын алырлыҡ матур ҡулъяулыҡтар сигә. Әле  оҫта ҡуллы ағинәйҙәрҙең бер нисәһен генә һананым. Ә улар нисегерәк тәмле итеп аш-һыу әҙерләй! Ҡыҫҡаһы, уларҙың һәр береһе ун кешегә торорлоҡ: йырлай ҙа, бейей ҙә, шиғыр ҙа яҙа, тегә, бәйләй, сигә,  бешерә....

Күҙ теймәһен  ағинәйҙәребеҙгә! Киләсәктә лә шулай рухлы, сәмле, ғәмле, шиғриәтле , илһөйәр, телһөйәр  булып, иҫән-һау  йәшәргә яҙһын !

Наилә Имаева.

 

Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Таланттар балҡышы ул ағинәйҙәр!
Читайте нас: