Тормошта уңыштарға өлгәшкән абруйлы гүзәл заттар олоғайғас та йәмғиәтебеҙҙә тәрбиә эшен дауам итә. Ошондай хөрмәтле замандаштарыбыҙҙың береһе Асҡын районының ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Йәриә Йәләлетдинованың ғүмере лә уҡытыусылыҡ менән бәйле. Ихтирамлы педагог дәрәжәһенә ул йылдар аша көсөргәнешле хеҙмәт менән өлгәшкән.
Асҡын районы Яңы Ҡаҙансы ауылында тыуған Йәриә Йәләлетдинова балалар менән эшләү тәжрибәһен өлкән пионервожатый булараҡ башлай. Һуңғараҡ уға мәктәп директоры, район мәғарифы бүлеге мөдире, район хакимиәтендә төрлө вазифаларҙа эшләргә тура килә. 2002 йылда хаҡлы сыҡһа ла, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. 2014 йылдан ул Асҡын ағинәйҙәре ойошмаһын етәкләй.
-Төплө һүҙе, аҡыллы кәңәштәре менән дөрөҫ юл күрһәтә, бик күптәргә тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә белә. Ғәҙел, талапсан, сая, тыуған яғының ысын патриоты, кешелекле, маҡсатына ынтылыусан булыуы, юғары әхлаҡи, гузәл сифаттары менән күптәргә өлгө булып йәшәй Йәриә Ғәфүр ҡыҙы. Ул эшлекле ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, мөләйем, яғымлы әсә, тормош юлдашы ла, - тиҙәр уның тураһында яҡташтары.
Үҙенең хеҙмәт наградалары менән дә ғорурлана ала педагогия хеҙмәте ветераны. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, Почёт Билдәһе ордены кавалеры кеүек наградалары - хеҙмәт ҡаҙаныштары һөҙөмтәһе. Шулай уҡ конкурсантыбыҙ "Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы”, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдары менән дә бүләкләнгән.
Асҡын районының ағинәйҙәрен туплап бөгөн дә ул йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәй.
Фото: шәхси архивтан.
Автор:Резеда Шәнгәрәева