Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
1 Февраль 2022, 08:35

Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ

Солтанбәк ауылы ағинәйҙәре 1 февраль - Бөтә донъя яулыҡ көнөнә бағышлап, бик матур сара үткәрҙе. #Айыҡауыл2021Солтанбәкауылы#Трезвоесело2021Султанбеково#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы#Урындағыбашланғыстарҙыяҡлаупрограммаһы2022#ППМИ2022СултанбековоАскинскийрайон#ағинәй#Солтанбәкағинәйҙәрҙе

Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ
Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ

 

Солтанбәк ауылы ағинәйҙәре 1 февраль - Бөтә донъя яулыҡ  көнөнә арнап, бик матур сара үткәрҙе.

 

Ағинәйҙәр уҡыусыларҙы байрам тарихы менән таныштырып, яулыҡ төрҙәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт еткерҙе. Ниндәй яулыҡты ҡасан һәм ҡайҙа бәйләп йөрөргә булғанын аңлатты.

Артабан яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙеләр. Шунда уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәрен урынлы ҡулланыу буйынса ла фәһемле кәңәштәр еткерҙеләр.

 

Байрам тарихынан...

Байрам 2013 йылда раҫланған.

Рәсәйҙә байрам беренсе тапҡыр Салауат епархияһы, Көйөргәҙе районының Ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары союзы эгидаһы аҫтында Башҡортостандың Көйөргәҙе районында билдәләнә башлай.

2022 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың көньяғында – Көйөргәҙе районында III “Яулыҡ – тыныслыҡ билдәһе” фестивале уҙғарыла. Уның маҡсаты – конфессия-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, толерантлыҡ, берҙәмлек тәрбиәләү, милли йолаларҙы һаҡлау, Башҡортостанда “Тыйнаҡ ҡатын-ҡыҙ модаһы”н үҫтереү.

Фестиваль тиҙ арала танылыу яуланы һәм төрлө милләт, конфессия вәкилдәре тарафынан хуплау тапты. Сара барышында милли күргәҙмәләр, никахлашыу йолалары, ҡатын-ҡыҙ баш кейемен йөрөтөү мәҙәниәте, милли кейемдең тарихи аспекттары күрһәтелә, яулыҡ ябыныу һәм хижәп кейеү буйынса төрлө конфессияларҙың оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Шулай уҡ социаль мәсьәләләр ҡарала һәм бөтә конфессия вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола.

Фестивалдә ҡатнашыусылар ҡатын-ҡыҙҙар яман шештән дауаланған бүлектәргә барып, химия терапияһы үткән пациенттарҙың башына яулыҡ ябындырыу буйынса хәйриә оҫталыҡ дәресе үткәрә. Милли ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен күрһәтеүҙә балалар, үҫмерҙәр ҡатнаша. Социалләштереү маҡсатында байрам программаһында шулай уҡ Даун синдромлы, йәғни “ҡояш балалары”, ҡатнаша.

Фестиваль ҡунаҡтарын яулыҡ тарихы менән таныштырыу, ҡулдан эшләнгән милли биҙәүестәрҙең, шәл, түшелдерек, яулыҡ, парфюмерия әйберҙәренең күргәҙмә-сауҙаһы, визажистарҙың һәм стилистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, никахҡа ингәндә хижәп ябыныу буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Наилә Имаева.

 

 

 

Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ
Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ
Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ
Ҡатын - ҡыҙ күрке - яулыҡ
Читайте нас: