Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
20 Ғинуар 2022, 16:15

Супер өләсәй

Оло Шаҙы ауылынан Флүзә Әхмәтшина  “Иң йәш өләсәй” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде.

Супер өләсәй
Супер өләсәй

Райондың ветерандар  һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы “Супер өләсәй - 2021” конкурсын ойошторҙо.

Бәйге  оло йәштәгеләрҙең буш ваҡытын ойоштороу, уларҙың гражданлыҡ позицияларын әүҙемләштереү һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау маҡсаттарында уҙғарылды. Сарала оло йәштәге,  “өләсәй” статусына эйә булған 10 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Бәйге, пандемия сикләүҙәренә бәйле, онлайн-форматта уҙғарылды.

Ҡатнашыусылар  жюри ағзалары иғтибарына ике видеоролик тәҡдим итте. Беренсеһе – визит карточкаһы. Бында өләсәйҙәр үҙҙәре, ғаиләһе һәм ейәндәре менән таныштырҙы. Икенсе видеоролик уларҙың яратҡан шөғөлдәренә арналды. Улар конкурс талаптары буйынса ҡул эштәре, аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә тейеш ине.

Ярыш сәмле барҙы. Ойоштороу комитеты бар эштәрҙе лә ҡарап сығып, еңеүселәрҙе билдәләне. “Супер өләсәй -2021” титулына  Ҡамай ауылында йәшәүе Соня Семенова лайыҡ булды. Ҡалған бәйгеселәр төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип табылды.  Әйтеп үтергә кәрәк, Оло Шаҙы ауылынан Флүзә Әхмәтшинаның конкурс эштәре юғары баһаланды. Ул “Иң йәш өләсәй” номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде. Бар ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Лилиә Хәсәнова.

Читайте нас: