Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
14 Ғинуар 2022, 10:05

Ауылда спорт кәрәкме?

Солтанбәк ауылы вәкилдәре ҡатнашҡан “Киске Телеүҙәк” тапшырыуы нәҡ ошо темаға арналды. Тулыраҡ:

Ауылда спорт кәрәкме?
Ауылда спорт кәрәкме?

Кисә, 13 ғинуарҙа,   “Айыҡ ауыл - 2021” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылынан айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыусы алты бала атаһы Данис Суфиянов менән урындағы урта мәктәп директоры, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы  Алһыу Фәрәхова ҡатнашҡан “Киске Телеүҙәк” тапшырыуы нәҡ ошо темаға арналғайны.

Ауылда спорт кәрәкме? Спорт менән шөғөлләнер өсөн кәрәкле  шарттар бармы?  Ауылды үҫтереү өсөн ниндәй программаларҙа ҡатнашаһығыҙ? Ауыл халҡы менән ниндәй спорт саралары ойошторола һәм башҡа шундай һорауҙар буйынса йәнле аралашыу булды.

Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ Данис Вәлинур улы үҙ ғаиләһе өлгөһөндә балаларҙы нисек бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып, физик яҡтан ныҡ, түҙемле, көслө рухлы, һау-сәләмәт итеп тәрбиәләп булғанын һөйләне.  Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы ауылда айыҡ, сәләмәт тормошто пропагандалау, спортты үҫтереү буйынса алып барылған әүҙем эшмәкәрлек тураһында бәйән итте.

Әйткәндәй, солтанбәктәр төрлө программаларҙа ла әйүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, үткән йыл “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”нда ҡатнашып, ауыл биләмәһендә трактор алыуға ирешәләр. Ә быйыл иһә ошо уҡ программа сиктәрендә  ауылға балалар һәм үҫмерҙәр өсөн заманса спорт майҙансығы алыу өсөн янып-көйөп йөрөйҙәр.

“Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы сиктәрендә Солтанбәк ауылында йыл әйләнәһенә төҙөкләндереү, тирә-яҡты таҙартыу өмәләре, дини, спорт, мәҙәни байрамдар, эскелеккә ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән изге эштәр башҡарыла. Был эштәрҙә ауыл Советы, мәктәп, мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, мәсет, “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы  һәр саҡ берҙәмлек күрһәтә.

 

Наилә Имаева.

 

 

 

Ауылда спорт кәрәкме?
Ауылда спорт кәрәкме?
Читайте нас: