Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
24 Декабрь 2021, 13:40

Һалдат ҡайтты!

Тыуған ил алдындағы  бурысын намыҫ менән   үтәп ҡайтыусы  Зөлфәр Садыҡовты Солтанбәк ауылы ағинәйҙәре  матур итеп, йола буйынса  ҡаршы алды.

Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!

Ошо көндәрҙә Солтанбәк ауылында йәшәүсе Гөлмәрйәм һәм Рәзиф Садыҡовтар  улдары  Зөлфәрҙе  армиянан көтөп алды.  Бәхетле ата-әсәнең ҡыуанысын уртаҡлашырға Солтанбәк ағинәйҙәре лә бара.  Улар  Зөлфәр Рәзиф улын йырлап-бейеп ҡаршы ала, йәш һалдатҡа намыҫлы хеҙмәт өсөн  рәхмәт белдереп,  иң изге теләктәрен еткерә. Гөлмәрйәм Әсләм ҡыҙы улын армияға оҙатҡанда тешләткән икмәкте ҡәҙерләп һаҡлаған һәм бына тағы ла ошо уҡ икмәкте  хәҙер инде һалдат хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан улы  тәмләне.

- Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу шикелле, бер  йыл үтеп тә китте. Тәүҙә улыбыҙ Читала  учебкала булды, артабан Новочеркасскийҙа хеҙмәтен дауам итте.  Улыбыҙ – танкист.  Ауылдағы йәштәргәлә рәхмәт. Минең улымды бик матур итеп оҙатып ҡалғайнылар. Бына әле ағинәйҙәребеҙ балалар менән  килеп, бик матур итеп ҡаршыланы, бергәләп сәй эсеп, һалдат хеҙмәте тураһында  һөйләшеп ултырҙыҡ,  йәш егеткә нәсихәттәр әйттеләр, изге теләктәр юлланылар.
Бөтәбеҙҙә иҫән һау булайыҡ .Балаларыбыҙ ҡайҙа йөрөһөләр ҙә һау,матур йөрөһөндәр. Кемдәрҙең улдары армияла, кемдәрҙеке ҡайтырға йөрөй иҫән һау булһындар тип, теләйем, - ти биш бала әсәһе Гөлмәрйәм Әсләм ҡыҙы.

 Наилә Имаева. 

Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Һалдат ҡайтты!
Читайте нас: