“Айыҡ ауыл – 2021” республика конурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында сәләмәт һәм айыҡ тормошто пропагандалаусы береһенән-береһе фәһемлерәк саралар әленән-әле үтеп тора. Спорт ярыштары йәки мәҙәни, дини йүнәлештәге саралар булһынмы, халҡыбыҙ йолаларын тергеҙеүсе кис ултырыуҙар йәки төрлө иртәлектәр булһынмы – уларҙың һәр береһе ҙур ойошҡанлыҡ менән һөҙөмтәле уҙа.
Был юлы иһә Солтанбәк ағинәйҙәре шифалы үләндәр, уларҙан сәй һәм төнәтмәләр әҙерләү серҙәре менән бүлеште.
Солтанбәк ауылы бай тарихы, ҡунаҡсыл халҡы менән генә түгел, гүзәл тәбиғәте һәм урман-ҡырҙарҙа үҫкән шифалы үләндәре, еләк-емештәре менән дә дан тота. Бына ошо тәбиғәт байлығын нисек йыйып, әҙерләп, уның файҙаһын һәм шифаһын күреү тураһында бай мәғлүмәт тупланы ағинәйҙәр.
Наилә Имаева.