Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
24 Ноябрь 2021, 21:10

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе

«Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында оло йәштәгеләрҙе ҙурлап, байрамдар менән ҡотлау, уларға ярҙам итеү  матур йолаға әйләнгән.  

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе

«Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында бай тарихлы, эшһөйәр, ҡунаҡсыл, иманлы, тарихын, шәжәрәһен белгән халҡы менән дан тотҡан Солтанбәк ауылы ла ҡатнаша. Оло йәштәгеләрҙе ҙурлап, байрамдар менән ҡотлау, уларға ярҙам итеү бирелә матур йолаға әүерелгән.

Ошо көндәрҙә Солтанбәк ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны Фәзғиә Зәрәфетдин ҡыҙы Ғәлимова 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ауылда яңы ғына ойошторолған "Аҡ инәйҙәр" ойошмаһы ағзалары Фәзғиә Зәрәфетдин ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәрен еткерә. Ҡөрьән аяттары уҡып, ил-көнгә именлек, бәрәкәт теләп, доға ҡылалар.

Күпте күргән, күпте кисергән Фәзғиә ағинәй йәш саҡтарын иҫкә алып, бейеп тә күрһәтә.

 

Ағинәйҙәрҙең теләктәренә ҡушылып, беҙ ҙә редакция исеменән, Фәзғиә Зәрәфетдин ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ! Фәзғиә ағинәйҙең күңеленән – тыныслыҡ, тәненән – сихәт, тормошонан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларының һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәге бер ҡасан да борсолоуҙарҙы белмәһен. Киләсәктә лә иҫән-һау булып, бәрәкәтле мул тормошта бәхетле ҡартлыҡ кисерергә насип итһен Хоҙай!

Наилә Имаева.

 

 

Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе
Читайте нас: