Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
27 Июль 2020, 14:35

Бүләк алып ҡыуанды

Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, әүҙем ағинәй Фәниә Мәүли ҡыҙы Нурлыҡаева төп бүләкте отто!

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланды. Күптәнге йола буйынса был юлы ла тоғро дуҫтарыбыҙ араһында бүләктәр уйнаттыҡ.
Әйткәндәй, 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылыусылар араһында лотерея уйнатасағыбыҙҙы хәбәр итеү менән редакцияға уҡыусыларыбыҙҙан гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанциялары ағыла башланы. Яҡын-тирәлә йәшәүселәр квитанцияларын үҙҙәре үк редакцияға килтереп ҡалдырҙы. Алыҫтағылар ватсап аша фотоға төшөрөп ебәрҙе. Сара онлайн форматта үтте.
Төп бүләк — электр сәйнүген Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе әүҙем ағинәйебеҙ, баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы Фәниә Мәүли ҡыҙы Нурлыҡаева отто.

Наилә Имаева.
Автор фотолары.
Читайте нас: