Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
27 Март 2020, 11:37

Милләттең ҡотон һаҡлаусы

Асҡындағы матур сәйәхәт тураһында сайтыбыҙҙы ҡарап барыусыларға хәбәр иткәйнек инде. Унда беҙгә тағы ла бер бәхет йылмайҙы – 83 йәшлек Фәйхүнә инәй үҙ ҡулдары менән сәй яһап эсерҙе.

Был да бит халҡыбыҙҙың аҫыл йолаларының береһе – ҡунаҡ килһә, уның йәшенә ҡарап тормайҙар, ә табынға саҡырып, һыйлай башлайҙар. Ә бында туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған кешенең шундай ихтирамына лайыҡ булыу – сикһеҙ ҡыуаныс. Кемгә эләгә әле бындай бәхет!
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡасан өлкән быуын вәкиле ҡулынан сәй эскәнмендер, хәтерләмәйем. Иҫән булһа, беҙ, ейәнсәрҙәре, тип өлтөрәп торған нәнәйемә 95 йәш тулыр ине. Өләсәй менән үҫкән кеше генә аңлайҙыр аралашыу, серләшеүҙең ни тиклем кинәнес икәнен. Улар бит хатта сәй яһағанда күңеленең бер өлөшөн, милли асылыбыҙҙың бер һыҙатын бүләк итә төҫлө.
Асҡын сәйе
Асығып килеп инмәнек,
Килдек күңел асылып.
Ҡарткиҫәктең сал инәйе
Данлар тигәс Асҡынын!
Сынъяһау кеүек донъяһы!
Хикмәтле семәр йорто!
Ярангөлдәр сәләмләйҙәр,
Таратып ҡатын ҡотон.
Сигелгән мендәр тыштары,
Түңәрәк кенә балаҫ.
Ниндәй тәмле ҡаҡтары ла,
Инәй доғалап ҡойғас!
Баландың ҡайнатмаһынан
Бала саҡ таты килә.
Сәйҙән үлән тәмен бирә –
Инәй танһыҡты белә.
Диҫбеһендә – быуын ҡото,
Намаҙлығы – хазина.
Быуындарға һәр быуынды
Биләй ул иң саф иман.
Асыла тәүфиҡ һиммәте,
Һөйәнтөҙҙең дәүере.
Дөрләп китә ҡараштарҙа
Үткәндәрҙең күмере...
Асылын эҙләй әҙәмдәр,
Тамырҙарҙа – ул асыл!
Башҡортлоҡтоң өлгөһө ул
Милли нағышлы Асҡын!
Автор: Лариса Абдуллина
Читайте нас: