Ауыл китапханаһы эргәһендә китапханасы Гөлфинә Исламова етәкселегендә эшләп килгән төрлө клуб ағзалары Мәмдүнә Зарипова етәкселегендәге ағинәйҙәр, ауыл Советы һәм депутаттар менән берлектә урындағы халыҡ өсөн күңелле байрам ойоштора. Сарала олоһо ла, кесеһе лә, хатта күрше ауылдарҙан да килеп, ҙур теләк менән ҡатнаша. Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткәнгә күрә, ҡаҙансылар программаға халҡыбыҙҙың онотолоп барған уйындарын, йырҙарын да индерәләр. Йыр-бейеү, тапҡыр һүҙҙәр, ҡотлауҙар, төрлө ярыщтар, уйындар менән үрелеп барған сараны Мәмдүнә Зарипова менән Раушания Хажиәкбәрова күңелле итеп алып бара. Байрамға килеүселәрҙе Яңы йыл менән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, район Советы депутаты, урындағы мәктәп директоры Мансур Нуриәхмәтов, ауыл Советы депутаттары, атайҙар советы, ағинәйҙәр, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.
Бүләк киҫеү, быйма менән хоккей уйнау,ҡапсыҡ кейеп йүгереү, утын киҫеү һәм башҡа ярыштарҙа балалар ҙа, ололар ҙа әүҙем ҡатнашып, бүләктәр ота. Бүләктәрҙе лә күмәк көс менән йыялар. Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың биҙәлгән атта килеп төшөүе үҙе бер сағыу тамаша була. Шулай, күмәк көс, берҙәмлек менән ҡаҙансылар шау-гөр килеп Яңы йылды ҡаршы ала.