Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
12 Ноябрь 2019, 18:30

Буҙа эсһәгеҙ, ауырымаҫһығыҙ!

Урмияҙ ауылында йәшәүсе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова һуңғы өс-дүрт йыл халҡыбыҙҙың боронғо шифалы эсемлеген яһау менән шөғөлләнә. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Сәлимә апай татлы һәм файҙалы эсемлекте эшләү серҙәрен ауылдаштарына ла асҡан. Районда уҙғарылған төрлө сараларҙа ла ул буҙа яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, килгән ҡунаҡтарға тәмләтеп тә ҡарай. Сәлимә апай заказ буйынса буҙа ҡойоп та бирә. Теләге булғандар уның “Бәйләнештә”ге битендә тулыраҡ мәғлүмәт табып, заказ да бирә ала.
  • Буҙа – халҡыбыҙҙың шифалы эсемлектәренең береһе. Ҡунаҡҡа айырыуса хөрмәт күрһәтеү билдәһе лә булған буҙа менән һыйлау. Витамин һәм минералдарға бай был ризыҡ ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервылар системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта. Туҡлыҡлы ла, файҙалы ла эсемлегебеҙгә ҡарата һуңғы йылдарҙа иғтибар артты, ауылдарҙа буҙа байрамдары үткәрелеп тороуы – быға асыҡ дәлил. Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек, ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала, — тип буҙаны маҡтап, уны йышыраҡ ҡулланырға тәҡдим итте сәлимә апай. — Минералдарға, аҡһымдарға бай һоло ононан, йә ярмаһынан әҙерләнгән был эсемлек, ысынлап та ихтирамға һәм ихтибарға лайыҡ! Туҡлыҡлы, шифалы, арзан буҙа өҫтәлебеҙҙән йәйен-ҡышын өҙөлмәһен ине! Уны бәләкәстән эсеп, күнегеп үҫкәндәр ситтән килгән ят эсемлектәргә ымһынмаҫ.
  • Сәлимә апайҙан буҙа яһау рецебы:
    - Һауыт алып уға 3 литр һалҡын һыу һалабыҙ. Шуға 500 грамм һоло ярмаһы төшөрәбеҙ (геркулес). 10 минут тирәһе ул ебеп ултырып тора. Аҙаҡ бер сәғәт буйы талғын утта ғына ҡайнатабыҙ. Төбө көймәһен өсөн әленән-әле бутап торорға кәрәк. Аҙаҡ иләк аша һөҙәбеҙ ҙә һыуытырға ултыртабыҙ. Йылымыс хәлгә еткәс, ойотҡо һалабыҙ. Тәүҙә әсетке урынына ҡымыҙ ҡулланырға мөмкин. 1 стакан ҡымыҙҙы һалып, урап йылы урынға ҡуябыҙ. Бер тәүлек тигәндә эсемлек әҙер була. Уны һалҡын урынға һаҡларға ҡуйырға кәрәк.
    Читайте нас: