Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ағинәйҙәр эше
5 Август 2019, 16:54

“Күргәҙмәләрҙе ҡарап, хайран ҡалдыҡ”, — ти Фәнирә Мәүли ҡыҙы

“Был сара шул тиклем оҡшаны! Ғафури ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы 8 тирмәлә ҡабул итеп, тәмле аштар менән һыйланы, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Өҫтәлдәрҙә тик милли аш-һыуҙар ҡуйылғайны. Уларҙың төрлөлөгөнә иҫең китер! Һәр тирмәлә ҡаҙан аҫылған, тирмә артында күмер самауырҙары шыжлап ҡайнап тора. Ғафуриҙарҙың ҡунаҡсыллығына, берҙәмлегенә, уңғанлығына таң ҡалып йөрөнөк.

Беҙ “Өләсәйем һандығы” (Имәндәш), “Йыйын” (Сәйетбаба), “Ҡатыҡ тәмләшеү”(Табын-Родина) йолаларын ҡарап һоҡландыҡ, йыр-моңдарға ҡушылып йырланыҡ, дәртле көйгә бейергә лә төштөк. Йыйынға килеп, Гафуриҙың тәбиғәтенә, хужаларҙың ҡунаҡсыллығына, байрамдың юғары кимәлдә, күтәренке кәйефтә үтеүенә һоҡланып ҡайттыҡ”, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ҡарткиҫәк аинәйҙәрен етәкләүсе Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина.



Читайте нас: