Сарала республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнаша. Районыбыҙ ағинәйҙәре лә ошо осрашыуға барып, иҫ киткес бай тәьҫораттар алып ҡайта.
Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә, башҡорт милли йолалары ла тәҡдим ителә.
"Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева әйтеүенсә, сара милли йолаларҙы тергеҙеүгә, халыҡ иҫәбен алыуға арнала һәм Бөтә донъя фольклориада сиктәрендә ойошторола.