Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Август , 12:36

Тағы фажиғә: балаларығыҙға питбайк алып бирмәгеҙ!

Ике кеше мотоциклда һәләк булған. Икеһе лә автомобилгә бәрелгән...

Тағы фажиғә: балаларығыҙға питбайк алып бирмәгеҙ!
Тағы фажиғә: балаларығыҙға питбайк алып бирмәгеҙ!

Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 26 августа көндөҙгө сәғәт дүрттә 12 йәшлек малай  “Кайо” питбайкында ике юл киҫешкән урында 29 йәшлек ҡатын идара иткән “Инфинити” автомобиле менән бәрелешкән.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә бәлиғ булмаған бала алған йәрәхәттәренән юл-транспорт ваҡиғаһы урынында вафат булған. 

Шулай уҡ киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Благовещен районында, Өфө – Яңауыл автомобиль юлының 42-се километрында, юл фажиғәһе теркәлгән. 57 йәшлек водитель идара иткән “Лада Веста” автомобиле менән “Хонда” мотоциклы бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 38 йәшлек мотоцикл йөрөтөүсе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем алған тән йәрәхәттәренән вафат була. 

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике аварияның дә сәбәптәрен асыҡлай.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмау сәбәпле, тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Бик ҡыҙғаныс...  

Фото сығанағы: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: