Ҡот осҡос юл-транспорт фажиғәһе кисә Асҡар - Әлмөхәмәт - Сибай юлында теркәлгән.«Шевроле Круз» автомобиле, ҡаршы һыҙатҡа сығып, 12 -се моделле ВАЗ менән бәрелешкән. Бәрелешеү шул тиклем көслө булған:12 -се моделле ВАЗ автомобиле водителе ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Ике машинаның да пассажирҙары дауаханаға оҙатылған.
"Шевроле Круз" автомобиле водителе эскән булған, 0,925 мг/л алкоголле эсемлек ҡулланыуы билдәле.
Ял көндәрендә республика юлдарында ете иҫерек водителдең руль артына ултырыуы асыҡланған. Иҫерек килеш руль артына ултырмағыҙ!
Фото: "Башинформ"