9 ғинуарҙа һауа шарттарының насар булыуы сәбәпле, Благовещен, Бөрө, Мишкә һәм Борай райондарында, Өфө-Бөрө-Яңауыл юлының 33-сө саҡрымынан алып 150-се саҡрымына тиклем - Өфө һәм Благовещен райондары сигенән Борайға тиклемге участкала, бөтә төр транспорт саралары өсөн хәрәкәт сикләнгән.
Архангел, Белорет райондарында, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 67-се саҡрымынан алып 222-се саҡрымына тиклемге участкала, йөк һәм пассажирҙар транспорты өсөн хәрәкәт сикләнгән.
- Сикләүҙәр бөтөрөлһә, өҫтәмә рәүештә хәбәр итербеҙ. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, - тип хәбәр итә баш автоинспектор Владимир Севастьянов. - Юл хәлен күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең дежур часына 235-84-02, 233-27-31 телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.
Фото: БР ДАИ.