Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан бкуйынса идарлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 7 июндә – кисен, 8 июндә көндөҙ урыны менән көслө ҡойма ямғырҙар, йәшен йәшнәүе, урыны менән ҙур боҙборсаҡ яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа елдең секундына 25 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана.
Бындай һауа торошо ваҡытында түбәндәге хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтегеҙ:
– туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар аҫтында йәшеренергә тырышмағыҙ;
– машинағыҙҙы ағастарҙан һәм ныҡ беркетелмәгән конструкцияларҙан алыҫҡараҡ ҡуйығыҙ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.