Башҡортостан Республикаһында бөтә транспорт төрҙәре өсөн Р-240 Өфө – Ырымбур, М-5 “Урал” участкаларында хәрәкәт асылды.
2023 йылдың 2 ғинуарында 16:00-ҙән (урындағы ваҡыт буйынса) Р-240 трассаһының 27-се километрынан (Булгаков ауылынан) 272-се километрына тиклем (Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы), Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе трассаларының 1363 – 1548 километрындағы участкаларында транспорт саралары өсөн ваҡытлыса сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды.
Шулай ҙа юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.