Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
1 Ноябрь 2022, 21:15

Форум үтте

Тулыраҡ:

Форум үтте
Форум үтте

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау мәсьәләләре буйынса “Профилактика.Хәүефһеҙлек. Балалар” тигән район форумы уҙҙы.

Сарала башҡарма власть органдары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары, опека һәм попечителлек органы вәкилдәре, «Ғаилә» хеҙмәте белгестәре, педагог-психологтар, мәғариф ойошмаларының социаль педагогтары, мәктәп уҡыусылары һәм Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы студенттары ҡатнашты.

Форум сиктәрендә район Мәҙәниәт һарайы фойеһында Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары балалар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Сара барышында спикерҙар үҫмерҙәр араһындағы буллингты профилактикалау, аутоагрессив тәртип, мәғлүмәти хәүефһеҙлек, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге кеүек мәсьәләләр буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты. Был һәм башҡа етди мәсьәләләр беренсе тапҡыр бәлиғ булмағандар менән берлектә ҡаралды.

Фирғәт Нәбиуллин.

 

Форум үтте
Форум үтте
Форум үтте
Форум үтте
Форум үтте
Форум үтте
Форум үтте
Читайте нас: