Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
3 Сентябрь 2022, 09:45

Берҙәм һәм уяу булайыҡ!

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә.

Берҙәм һәм уяу булайыҡ!
Берҙәм һәм уяу булайыҡ!

Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө 2004 йылдың 1-3 сентябрь көндәрендә Беслан ҡалаһында булған фажиғәле хәлдәргә бәйле булдырылған. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әлеге террор акты һөҙөмтәһендә 334 кеше һәләк була – уларҙың 186-һы балалар, 15-е уҡытыусылар, 10-ы хәрбиҙәр, ҡалғандары ата-әсәләр һәм килгән ҡунаҡтар. 900-ҙән ашыу кеше төрлө йәрәхәттәр ала.

Терроризм ҡорбандарын иҫкә алыу маҡсатында районыбыҙ мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында төрлө саралар уҙҙы.

- «Тероррға ҡаршы бергә” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Солтанбәк урта мәктәбендә лә фәһемле саралар уҙҙы. Теләге булғандар ҡағыҙҙан “Тыныслыҡ күгәрсендәре” н яһап, ағастарға элде. «Беҙ – тыныслыҡ яҡлы!” Терроризмға – юҡ!» исеме аҫтында махсус дәрестәр, был темаға бағышланған түңәрәк өҫтәлдәр, лекция һәм тематик кисәләр уҙа. Шул рәүешле балаларға һәм йәштәргә төрлө ҡанунһыҙ формаль булмаған берләшмәләр хаҡында һөйләнелде, уларға ҡушылырға ярамағанлығы аңлатылды, гражданлыҡ һәм патриотизм хисе тәрбиәләнде.

Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәтен арттырыу, илдең бөтөнлөгөн, тыныслығын һаҡлау, терроризмдың һәр төрлө күренештәренә ҡаршы тороу өсөн бындай дәрестәрҙең әһәмиәте ҙур, - тип хәбәр итте мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Зилә Мәүлимйән ҡыҙы Исламова.

Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө уңайынан Солтанбәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл китапханасыһы ла уҡыусылар менән был юҫыҡта саралар ойоштора.

 

Наилә Имаева.

Берҙәм һәм уяу булайыҡ!
Берҙәм һәм уяу булайыҡ!
Берҙәм һәм уяу булайыҡ!
Берҙәм һәм уяу булайыҡ!
Читайте нас: