Бөтә яңылыҡтар
Һаҡ булығыҙ!
27 Ғинуар 2022, 11:20

Фотоға төшөрөргә ярамаған биш әйберҙе белеп ҡуйығыҙ

Нимәне йәки кемде фотоға төшөрөргә ярамағанын белеү етди проблемаларҙан ҡотолорға ярҙам итәсәк.

Фотоға төшөрөргә ярамаған биш әйберҙе белеп ҡуйығыҙ
Фотоға төшөрөргә ярамаған биш әйберҙе белеп ҡуйығыҙ

Фотоһүрәттәргә бәйле төрлө хөрәфәттәр ҙә бар. Нисек кенә булмаһын, ҡайһы бер әйберҙәрҙе йә кешеләрҙе фотоға төшөрөү тыйыла, был бәлә-ҡазаға килтереүе мөмкин. Нимә тыйылғанын белеү күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫҡа, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк.

Ышанмайым, бер ниндәй дәлилдәр юҡ, тип уйлай ҡайһы берәүҙәр. Ләкин был улай түгел. Һәр әйберҙең үҙ энергетикаһы бар һәм улар гел генә ыңғай булмай. Ҡайһы бер әйберҙәр хәүефле һәм кешегә зыян килтереүе ихтимал. Фотоһүрәттәр менән дә – ошондай уҡ хәл.

Үҙеңә һәм ғаиләңә бәлә-ҡаза килтермәҫ өсөн тыйылған объекттар исемлеген ҡарап үтәйек әле.

  1. Йоҡлап ятҡан кешеләрҙе төшөрөргә ярамай. Тыйыу айырыуса бәләкәй балаларға ҡағыла.
  2. Көҙгө сағылышын фотоға төшөрөргә ҡушылмай. Ул яуыз көстәр өсөн үҙенә күрә магнит булып иҫәпләнә. Ул негатив туплай ала, шулай уҡ беҙҙең донъя менән теге донъя араһында портал булып хеҙмәт итеүе мөмкин.
  3. Мәрхүмдәрҙе фотоға төшөрөргә ярамай. Үлгән кешене фотоға төшөрөп, уның рухын бөтөнләй тыныслыҡтан мәхрүм итәһегеҙ. Ул кәүҙәһе урынлашҡан урынға беркетелгән булып ҡала. Ошо арҡала өйҙә сәйер хәлдәр булыуы мөмкин.
  4. Ҡара бесәйҙәрҙе лә фотоға төшөргә ярамай. Улар – кешенең тоғро дуҫтары, өйҙө яман энергетиканан таҙартырға һәләтле. Бесәйҙәрҙең кешенеке кеүек үк яҡлауы юҡ, шуға күрә улар икенсе көстәр йоғонтоһона еңелерәк бирелә.
  5. Ташландыҡ һәм емерелгән биналар янында фотоға төшөргә ярамай. Бындай урындарҙа һәр ваҡыт кире энергетика була.

 

Фото: https://sterlegrad.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-01-27/foto-a-t-sh-r-rg-yarama-an-bish-yber-e-belep-uyy-y-2669697?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: